Республикала «Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк» акцияһы тамамланды. Ул "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә бойомға ашырылды. Был сара республика Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса ауыл ерендә йәшәүселәр өсөн медицина ярҙамын яҡынайтыу маҡсатында үткәрелде.
Акция барышында ауылдар халҡы белгестәрҙән консультациялар, кәңәштәр алды, медицина тишереүе үтте. Быйыл апрелдә башланған акцияла Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының, Республика кардиология үҙәгенең күсмә сәләмәтлек үҙәктәре һәм ФАП-тары, флюорографтары, маммографтары, Республика стоматология үҙәге модуле ҡатнашты.
Етди сирҙәре булыуға шик тыуған йәки асыҡланған бөтә граждандар диагноздарын аныҡлау өсөн өҫтәлмә тикшереүгә, дауалауға йүнәлтелде һәм контролгә алынды.
Фото: Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан алынды.