Күптән түгел балалар театр коллективтарының “Ҡыңғырауҙар сыңы” республика онлайн фестивале тамамланды. Ул үҙ тарихында тәүге тапҡыр ошондай форматта уҙғарылды. Фестиваль “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә бойомға ашырылды. Унда Әбйәлил, Баймаҡ, Балтас, Белорет, Бишбүләк, Йылайыр, Илеш, Ҡалтасы, Учалы, Өфө райондарынан, Өфө, Межгорье, Салауат ҡалаларынан 16 балалар коллективы сараның финалына сыҡты.Бер нисә көн дауамында баһалама төркөмө ағзалары видеояҙмалар буйынса конкурсанттарҙың спектаклдәренә, режиссерлыҡ һәм актерлыҡ оҫталығына, сәхнә ҡарарҙарына, матди-техник тәьминәткә һәм драматургия әҫәрен һайлауға баһа бирҙе. Һөҙөмтәләр буйынса фестивалдең төп бүләгенә беҙҙең Салауат ҡалаһының “Арлекин” өлгөлө театр-студияһы лайыҡ булды. Өфө балалар филармонияһының “РостОК” балалар шоу-театры, Балтас район мәҙәниәт йортоноң “Сатҡылар” өлгөлө театры I дәрәжә диплом менән бүләкләнде. Шулай уҡ фестивалдең II һәм III дәрәжә лауреаттары, дипломанттар билдәләнде.