Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Ноябрь 2020, 10:35

Һалымыңды түлә һәм тыныс йоҡла

Республикала йәшәүсе физик шәхестәр милек һалымын түләүгә белдереү ҡағыҙҙары алды. 1 декабрь - милек һалымдарын менән иҫәпләшеүҙең һуңғы көнө, тип иҫкәртә һалым органдары. Мөлкәткә, ер һәм транспортҡа һалымды почта бүлексәләрендә, банктарҙа һәм ведомство сайтындағы электрон сервис ярҙамында түләргә мөмкин.

Закон буйынса квитанция түләү көнө етеүгә 30 көн ҡалғансы килергә тейеш, уны һалым хеҙмәте сайтында ҡарарға ла мөмкин. Белдереү ҡағыҙындағы мәғлүмәттәр буйынса һорауҙар тыуһа, уларҙы аныҡлау өсөн һалым инспекцияһына ғариза яҙырға кәрәк. Быны Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең сайтында электрон төрҙә, почта аша эшләргә йәки инспекцияға мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Түләү менән һалым инспекцияһынан квитанция алғас та иҫәпләшеп ҡуйырға була. Унда бөтә мәғлүмәт һәм реквизиттар күрһәтелгән. Һалымды һәр кем банкта, почта бүлексәләрендә, Федераль Һалым хеҙмәтенең электрон хеҙмәттәре аша, шулай уҡ “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында ла түләй ала. Бының өсөн унда теркәлеү кәрәк. Коронавирус пандемияһы осоронда түләүҙе онлайн-сервистар аша башҡарыу хәүефһеҙерәк булыр.
Һалымдарын ваҡытында түләмәүселәргә ҙур күләмдә штраф янай. Шуға күрә һалым хеҙмәте ер, транспорт һәм күсемһеҙ милеккә һалым буйынса дәүләт менән ваҡытында иҫәпләшеү хаҡында иҫкәртә.
Читайте нас: