Кисә, 3 ноябрҙә, күрше Стәрлетамаҡ ҡалаһының “Мегастрой” гипермаркеттары селтәрендә республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ярҙамы менән эшкәртеүгә икенсел сеймал ҡабул итеү буйынса срокһыҙ экологик акция башланды.
Ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын эшкәртеү өсөн гәзит, китап, журналдар, ҡағыҙ һәм картон ғына түгел, ә пластик посуда, стакандар, флакондар, көнкүреш химияһының пластик һауыттары, пластик контейнерҙар, шешәләр, крышкалар, ПЭТ-контейнерҙар, полиэтилен һәм башҡа бик күп нимәне тапшырырырға саҡыралар. Икенсел сеймал Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Октябрь проспекты, 36-сы йорт адресы буйынса ҡабул ителә.
Ойоштороусыларҙың һүҙҙәре буйынса, компанияның экологик сәйәсәтенең төп маҡсаты - гипермаркет эсендә ҡалдыҡтарҙы сорттарғаа бүлеү һәм атмосфераны бысратыусы ташландыҡтарҙы кәметеү юлы менән етештереү процестарының экологик хәүефһеҙлеген күтәреү. Бөгөн алдынғы күп сауҙа предприятиеларына эшкәртелә алған ҙур күләмдәге икенсел ресурстар менән эш итергә тура килә.
Гипермаркеттар селтәренең PR-менеджеры Рената Исмәғилева белдереүенсә, бөгөн компания социаль йүнәлештәге эшен киңәйтә һәм Стәрлетамаҡ кешеләрен тәбиғәт ресурстарын һаҡлауға үҙ өлөшөн индерергә саҡыра. Был законһыҙ сүплектәр һанын кәметеүгә лә булышлыҡ итергә тейеш.