Салауат ҡала дауаханаһы “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә үпкәне яһалма елләтеү өсөн заманса ике аппарат һәм амбулатор звено медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн 14 планшет менән тәьмин ителде.Үпкәне яһалма елләтеү аппараттары пациент үҙ аллы тын ала алмағанда ҡулланыла, улар операция яһау бүлмәләрендә, интенсив терапия һәм реанимацияла ҡанды кислород менән туйындырыу һәм углекислотаны бөтөрөү өсөн файҙаланыла, тип аңлатма бирәләр ҡала дауаханаһынан. Аппараттар хәүеф системаһы менән йыһазландырылған, ул пациенттың хәлен күҙәтә. Әгәр елләтеү процесында тотҡарлыҡ булһа йәки респиратор мониторинг билдәләнгән сиктәрҙән сыҡһа, аҡыллы система шунда уҡ был хаҡта медиктарҙы иҫкәртә.
Әлеге көҙгө миҙгел респиратор инфекция сирҙәре артҡан мәлдә ҡала дауаханаһына алып ҡайтылған плашеттар ҙа Салауат врачтарына ашығыс медицина ярҙамын тиҙерәк һәм сифатлыраҡ күрһәтеүгә булышлыҡ итәсәк.