– Ағымдағы аҙнала мәктәп уҡыусылары өсөн каникул дауам итә. Был балаларға ял итеү өсөн яҡшы мөмкинлек. 9 ноябрҙән улар уҡырға барасаҡ. Балаларҙы дистанцияла уҡыу режимына ныҡ күсерге килмәй, тик хәлдәр аҙна уртаһына йәки аҙағына насарая икән, әҙер булығыҙ. 1-5-се кластар ғына мәктәпкә йөрөп уҡыясаҡ. Был ҡарар санитария-эпидемиологик хәлгә ҡарап ҡабул ителәсәк, – тине республика Башлығы Радий Хәбиров.