газета "Салауат"
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Ноябрь 2020, 19:12

Ҡаты сирләгәндәрҙе генә – дауаханаға

Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле хәл йәнә ҡатмарлашты.

Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле хәл йәнә ҡатмарлашты. Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәнең күпселек өлөшө ошо мәсьәләгә бәйле булды. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин ағымдағы хәл менән таныштырҙы.
Пандемия башланыу менән яңы коронавирус инфекцияһы 10596 кешелә асыҡланған. Һуңғы тәүлектәге күрһәткес – 93 кеше. Ковид госпиталдәрендә 226 кеше дауалана, уларҙың 193-е ауыр хәлдә. Интенсив терапия бүлегендә 14 сирле һәм ике кеше ИВЛ аппаратына тоташтырылған. Һауығып сыҡҡан кешеләр һаны – 9886. Үлгән кешеләр – 54. Дауаханаларҙа коронавирус менән сирлеләр өсөн 4780 урын әҙерләнгән, уның 82 проценты тулы.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров медицина тармағына көсөргәнеш булмаһын өсөн тик ауыр хәлдәге кешеләрҙе генә дауаханаға һалырға ҡушты.
– Амбулатор режимды көсәйтегеҙ, әйтеүҙәренсә, әле стационарҙа ятҡан кешеләрҙең 10-дан 20 процентҡа тиклеме амбулатор дауалана ала. Ил Президентының ҡарары тураһында ла онотмағыҙ: ковидтан амбулатор тәртиптә дауаланған кешеләр бушлай дарыу алыуға хоҡуҡлы, – тине ул.
Әлеге ваҡытта дәүләт органдары һәм ведомстволар хеҙмәткәрҙәренең күпселеге өйҙән эшләүгә күсте.
– Хеҙмәткәрҙәрҙе мөмкин булғанса өйҙән тороп эшләүгә күсереүҙе һорайым. Айырыуса өлкәндәрҙе, хроник сирлеләрҙе. Ә ауырлы ҡатындар буйынса был талап мотлаҡ, – тине Радий Хәбиров.
Бынан тыш, республика етәксеһе битлек кейеү режимын үтәүҙе ҡаты тикшерергә һәм ҡағиҙәне боҙоусыларға протоколдар төҙөргә ҡушты. Уларҙың һаны буйынса көн һайын отчет әҙерләнергә тейеш.
– Урам буйлап йөрөгәнәдә бөтәһенең дә битлек кеймәүен күрәм. Тимәк, эш сифатлы башҡарылмай. Иғтибар иттегеҙме, Мәскәүҙә сирләгән кешеләр һаны кәмей башланы, сөнки унда битлек кейеү-кеймәүҙе бик етди тикшерәләр, – тине ул.
Фото: Олег Яровиков.
Автор: Альфия Мингалиева ("Башҡортостан" гәзитенән) https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/ati-sirl-g-nd-r-e-gen--dauahana-a-525200/
Читайте нас: