Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров битлек режимын үтәүҙе ҡәтғи контролдә тоторға, ҡағиҙә боҙоусыларға протоколдар төҙөргә ҡушты. Уларҙың һаны тураһында отчеттар көн һайын республика етәксеһе өҫтәленә ятасаҡ.
Төбәк етәксеһе протоколдар һанын күҙәтеп торасағын белдерҙе. Ул, шулай уҡ предприятиеларға һәм ойошмаларға мөмкин тиклем күберәк хеҙмәткәрҙәрҙе ситтән тороп эшләүгә күсерергә тәҡдим итте.