газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Октябрь 2020, 11:00

Ҡартайырға әле иртәрәк

Республикала хаҡлы ялға сығыу алдында торған кешеләрҙе өҫтәмә һөнәргә өйрәтеү буйынса саралар дауам итә.

Республикала хаҡлы ялға сығыу алдында торған кешеләрҙе өҫтәмә һөнәргә өйрәтеү буйынса саралар дауам итә.
Предприятие һәм ойошмалар “Демография” милли проектының “Өлкән быуын” федераль проекты мөмкинлектәрен баһалап өлгөрҙө. Тап ошо программалар хәҙерге баҙар шарттарында, һанлы иҡтисадҡа күсеү осоронда хеҙмәткәрҙәрҙең конкурентлыҡҡа һәләтлелеген арттырырға мөмкинлек бирә.
“Өфө һыу каналы” предприятиеһы ла ошо программаға ҡушылды. Илле йәштән өлкәнерәк эшселәр Башҡортостан тармаҡ-ара хеҙмәт һаҡлау, экология һәм хәүефһеҙлек институтында өҫтәмә һөнәрҙәр буйынса дәрес ала. Программалар етештереү шарттарын һәм хеҙмәткәрҙәрҙең квалификацияһына талаптарҙы иҫәпкә алып төҙөлгән. Уҡытыу граждандарҙың конкурентлыҡҡа һәләтлелеген күтәрергә, яңы технологияларҙы ҡулланыу серҙәрен үҙләштерергә ярҙам итәсәк.
#Миллипроекттар
Фото: Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан алынды.
Читайте нас: