газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Октябрь 2020, 11:00

Яңы ҡорамалдар - яңы мөмкинлектәр

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын бойомға ашырыу сиктәрендә, яңы коронавирус инфекцияһы таралыу менән көрәшеү өсөн, Асҡын үҙәк район дауаханаһына үпкәне яһалма елләтеү өсөн заманса ике аппарат алынды.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын бойомға ашырыу сиктәрендә, яңы коронавирус инфекцияһы таралыу менән көрәшеү өсөн, Асҡын үҙәк район дауаханаһына үпкәне яһалма елләтеү өсөн заманса ике аппарат алынды. Конструкцияһының уңайлылығы, техник характеристикаһы, функцияларының күплеге һәм ышаныслылығы яғынан был модель хаҡлы рәүештә юғары функциональ класлы респираторҙар рәтендә.
"Авента-М" аппараты генератор һәм заманса сенсорлы экран менән йыһазландырылған. Ул төрлө йәштәге пациенттарҙың үпкәһен яһалма елләтеү өсөн тәғәйенләнгән. Аппарат пациенттың хәле ауырлашҡанда, аҫҡы тын юлдары зарарланғанда ашығыс рәүештә файҙаланыла. Ауырыу үҙаллы тын ала алмай башлаһа, йәки тын алыуы ҡыйынлаша икән, мотлаҡ уны ҡорамалға тоташтыралар. Аппарат автономлы рәүештә лә эшләй ала, йәки уға аккумулятор ҡуйылған.
#Миллипроекттар
Фото: Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан алынды.
Читайте нас: