Йондоҙнамә (26 октябрь-1 ноябрь)
Ҡуҙы (21.03-20.04)
Һеҙ кеше яҙмышында хәл иткес роль уйнарһығыҙ. Күптән вәғәҙә ителгән премияны алып, ҡыуанырһығыҙ. Теләгән әйберегеҙҙе һатып алыу мөмкинлеге тыуыр. Тормош иптәшегеҙ һеҙҙе ҡыҙыҡлы осрашыуға алып барыр.
Буға (21.04-21.05)
Буғаларҙың тормошонда яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр күҙаллана. Икенсе яртығыҙ һәр ваҡыт һөйөүен бүләк итеп торор, эштә тотороҡлолоҡ һаҡланыр. Элекке дуҫтарығыҙҙы осратып, һәйбәт бәйләнештәр булдырырһығыҙ.
Игеҙәктәр (22.05-21.06)
Был арала үҙегеҙгә ваҡыт етеңкерәмәҫ, башҡаларҙың проблемаларын хәл итеү менән мәшғүл булырһығыҙ. Аҡса яғынан уңыш йылмайыр. Ял көндәрен тыныслыҡта ғына үткәрергә теләрһегеҙ. Һаулығығыҙҙы ҡайғыртырһығыҙ.
Ҡыҫала (22.06-23.07)
Кеше йоғонтоһона бирелеү ихтималлығы юғары. Кешеләр араһындағы бәхәстәрҙә аралашсы булырһығыҙ. Дәүләт органдарына мөрәжәғәт итергә тура килер. Йәкшәмбене тик яҡындарығыҙ менән генә үткәрергә тырышығыҙ.
Арыҫлан (24.07-23.08)
Эштә ҡатмарлыҡтар менән осрашырһығыҙ. Һуңынан барыһы ла яйға һалыныр. Шәхси тормошоғоҙ яҡшы яҡҡа боролош алыр. Буш ваҡыттарығыҙ яҡындарығыҙ менән күңелле үтер, тик алкоголле эсемлектәр ҡулланыуҙан тыйылығыҙ.
Ҡыҙ (24.08-23.09)
Пландарығыҙҙы тормошҡа ашырыу ауырға тура килер. Коллегаларығыҙ, туғандарығыҙҙан да аңлау тапмаҫһығыҙ. Аҙнаның икенсе яртыһы күңел торошоғоҙҙо тергеҙеүгә арналыр. Ял көндәренә бөтәһе лә үҙ яйына ҡайтыр.
Үлсәү (24.09-23.10)
Эштәрегеҙ яй барыр, хеҙмәттәштәрегеҙ аралышыу еңел булмаҫ. Хата яһауҙан һаҡланығыҙ. Һөйгәнегеҙ көнләшеп хәлегеҙҙе алыр. Ниндәйҙер хәлһеҙлек тойһағыҙ, һаулығығыҙҙы етди тикшертеү ҡамасауламаҫ.
Саян (24.10-22.11)
Үҙ алдығыҙға ҡуйған маҡсаттарығыҙҙан артҡа сигенмәгеҙ. Юғиһә, күп нәмә юғалтыуығыҙ бар. Эш буйынса яңы кешеләр менән танышырһығыҙ. Ғаиләгеҙгә күберәк ваҡыт бүлегеҙ. Әҙ булһа ла кеҫәгеҙ ҡалынайып ҡалыр.
Уҡсы (23.11-21.12)
Ҡыйыу рәүештә иң ауыр эштәргә тотоноғоҙ - барыһы ла килеп сығыр. Һеҙ үҙегеҙҙә яңы һәләт, ҡыҙыҡһыныу булыуын асыҡларһығыҙ. Тормош иптәшегеҙгә шәхси яҡтан үҫешеүҙә ярҙам итерһегеҙ. Дуҫтар менән күңелле осрашыу көтә.
Ылаҡ (22.12-20.01)
Һеҙҙең карьера баҫҡысы буйлап үрмәләү, яңы эш табыу өсөн мөмкинлектәр етерлек булыр. Аҙна башы мәшәҡәтле үтер. Яҡындарығыҙҙың үтенестәрен кире ҡаҡмау яҡшыраҡ. Ял көндәрен күңел асып үткәрерһегеҙ.
Һыуғояр (21.01-19.02)
Араларығыҙ боҙолоп торған кешеләр менән мөнәсәбәттәр һәйбәтләнер. Матди хәлегеҙҙең яҡшырыуын тойорһоғоҙ. Һөйгәнегеҙ менән ғауғалашып алырһығыҙ. Дуҫтарығыҙ арҡаһында ысын дуҫлыҡтың нимә икәнен аңларһығыҙ.
Балыҡ (20.02-20.03)
Был аҙна көс-дәртегеҙ ташып торор. Тик мөһим эштәрҙең осона сығырға онотмағыҙ. Өҫтәмә килем алыу юлы ла килеп сығыр. Яҡшы хәбәрҙәр ишетерһегеҙ. Сәфәргә сығып, ял итеү мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмағыҙ.