Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Октябрь 2020, 12:00

Яңы ҡорамалдар ҡайта

Республика клиник онкология диспансерына “Онкология ауырыуҙары менән көрәш” федераль проекты сиктәрендә һауа-плазма эшкәртеү аппараты – плазмалы түбән температуралы стерилизатор ҡайтарылды.

Республика клиник онкология диспансерына “Онкология ауырыуҙары менән көрәш” федераль проекты сиктәрендә һауа-плазма эшкәртеү аппараты – плазмалы түбән температуралы стерилизатор ҡайтарылды.
Был маҡсатта федераль бюджеттан 5,7 миллион һум бүленгән.
Плазмалы стерилизатор барлыҡ эш ҡоралдары номенклатураһын һәм медицина йыһаздарын стерилләй ала. Ул эш ҡоралдарын стерилләүҙең һөҙөмтәле ысулын ҡулланыу менән айырылып тора, юғары етештереүсәнлекте, стерилләггән инструменттарҙың өҙлөкһөҙ ағымын тәьмин итә.
Был аппарат ярҙамында бер юлы күп йыһазды эшкәртеү мөмкинлеге бар, инструменттар шунда уҡ ҡулланыуға яраҡлы була.
#Миллипроекттар
Фото: Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.
Читайте нас: