газета "Салауат"
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Октябрь 2020, 12:55

Табиптарҙан мөрәжәғәт

Көндән-көн күберәк салауаттар врачтарҙы өйҙәренә саҡырта һәм ҡала поликлиникаларына мөрәжәғәт итә. Был киҫкен респиратор вируслы сирҙәрҙең көсәйеүенә бәйле.

Көндән-көн күберәк салауаттар врачтарҙы өйҙәренә саҡырта һәм ҡала поликлиникаларына мөрәжәғәт итә. Был киҫкен респиратор вируслы сирҙәрҙең көсәйеүенә бәйле.
Салауатта ла врачтарға мөрәжәғәт итеү күләме бермә-бер артҡан. Ҡала поликлиникалары көн һайын 700-800 саҡырыу ҡабул итә, медиктарҙың да ҡабул итеүе өсләтә артҡан. Ошоға бәйле Салауат ҡала дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре медицина ярҙамы күрһәтеүҙәге көсөргәнешлеккә аңлап ҡарарға саҡыра. Шулай уҡ хәлегеҙ бик ауыр булмаһа өйгә врач саҡыртҡанда түҙемле булыуҙы, врач тәғәйенләмәйенсә антибиотиктар менән үҙ аллы дауаланмауҙы һорайҙар.
Читайте нас: