Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Октябрь 2020, 12:40

Ипотека ҡаплауға тотонорға мөмкин

- Инвалид бала тәрбиәләйем, ер участкаһы алыуға сиратта торам. Уның урынына 250 мең һум алһам, ипотеканы ҡаплауға тотона аламмы? Фидәлиә.

- Инвалид бала тәрбиәләйем, ер участкаһы алыуға сиратта торам. Уның урынына 250 мең һум алһам, ипотеканы ҡаплауға тотона аламмы?
Фидәлиә.
- Республикала ишле ғаиләләргә торлаҡ һатып алыу өсөн 250 мең һум биреү ҡағиҙәләре раҫланды. Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров ишле һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә бушлай бирелгән ер урынына бер тапҡыр аҡса түләү тәртибе тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Тейешле документ 17 октябрҙә Башҡортостан Республикаһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Бер тапҡыр бирелә торған түләүҙең күләме - 250 мең һум. Исем-шәрифе яҙылған таныҡлыҡ өс йылға тапшырыла. Ҡарарҙа таныҡлыҡ алыу өсөн кәрәкле бөтә документтар күрһәтелгән. Уны фатир, бүлмә, шәхси йорт (шул иҫәптән төҙөлә башлаған) һатып алыу өсөн иғәнә итеп тотонорға ярай. Шулай уҡ йорт һалырға, ипотеканы түләргә, ер һатып алырға мөмкин.
Читайте нас: