газета "Салауат"
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Октябрь 2020, 15:20

Тәгәрмәстәрҙе алыштырырға ваҡыт

Башҡортостан Республикаһының Транспорт министрлығы автомобилселәргә йәйге тәгәрмәстәрен ҡышҡыһына алыштырырға кәңәш итә. Башгидромет республикала ҡыш алды һауа торошо урынлашыуы тураһында хәбәр итә. Тәүге ҡар яуасаҡ һәм ятасаҡ, төндә ҡырау төшәсәк.

Автомобилселәргә әле үк транспорттарының техник төҙөклөгөн тикшерергә кәрәк. Әгәр йәйге резиналарығыҙ ҡышҡыһына алыштырылмаған булһа, быны ла хәстәрләү мөһим. Юлды боҙ ҡаплағанда максималь ипле йөрөргә, дистанция һаҡларға, юл билдәләрендә билдәләнгән һәм метеорология шарттарына тап килгән тиҙлекте һаҡларға кәрәк.
Читайте нас: