Башҡортостанда эшҡыуарҙар Баҡалы сырын етештереүҙе тергеҙә.
Күп йылдар элек Баҡалы май-сыр заводы тиҫтәнән артык сыр төрө етештергән. Айырыуса ихтыяж менән файдаланғаны 50 процент майлылытағы голланд сыры булған, ул Рәсәйҙең төрлө күргәҙмәләрендә миҙалдар менән бүләкләнгән.
Туған ауылдарында сыр етештереүҙе эшҡыуарҙар Радик Нәбиев менән Юрий Трофимов тергеҙә. Улар яңы цехтың әлегә тест режимында эшләүен, рецептура һәм технологик процесс өҫтөндә эш алып барылыуын һөйләне. Көн һайын сыр яһау өсөн 850 литр һөт ҡулланыла, йөҙ килограмднан ашыу сыр эшләнә. Егеттәрҙең планында - яңы эш урындары булдырыу һәм цехты ике сменалы эшкә күсереү, сырҙан тыш, һөт, кефир, йогурт, эремсек етештереү.
Был "Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү" милли проекты сиктәрендә бойомға ашырылған.
#Миллипроекттар
Фото: Баҡалы районы муниципаль районы хакимиәте сайтынан.