Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Октябрь 2020, 18:41

Яратҡан йырсыбыҙ Бибисара Азаматова вафат

Үҙенең тыуған көнө алдынан популяр эстрада йырысы Бибисара Азаматова вафат булды. Иртәгә уның тыуған көнө булыр ине.

Үҙенең тыуған көнө алдынан популяр эстрада йырысы Бибисара Азаматова вафат булды. Иртәгә уның тыуған көнө булыр ине. Хеҙмәттәштәре әйтеүенсә, ул ковид-госпиталдә дауаланған булған.
Бибисара Мостафа ҡыҙы Азаматова - ғәҙәти булмаған яҙмышлы кеше. Ул 1949 йылдың 21 октябрендә Баймаҡ районының Бәхтегәрәй (Әпек) ауылында тыуған. Тәүҙә өләсәһе тәрбиәһендә үҫә. Шунан ситтә эшләгән әсәһе уны үҙ янына – Мерәҫ ауылына ала.Ауылдарында башланғыс мәктәпте тамамлағас, Таулыҡай ауылында уҡый. Алтынсы кластан алып Сибай мәктәп-интернатында белем ала. Үҫмер сағында колхозда һыйыр һауа, бесән саба, ат тырмаһы менән тырмата ла. Эшкә лә шәп була, шулай уҡ нәҫелдән килгән йырлау һәләте булған Бибисара концерттарҙа ла теләп ҡатнаша.
Хеҙмәт юлы бик үҙенсәлекле була. 1967 йылдан 1998 йылға тиклем Баймаҡ һыра ҡайнатыу заводында тәүҙә секретарь-машинистка эшләй. Һуңынан хатта директор вазифаһына үрләй. 1998 йылдан Баймаҡ ҡалаһындағы «Башаҡ» ЯАЙ директоры, ә 1999 йылдан — «Нур» рестораны директоры.
Шул уҡ ваҡытта уның бөтә тормошо йыр менән бәйле була. 1997-98 йылдарҙа Фәриҙә Ҡудашеваның тәҡдиме менән Бибисара Азаматова «Өфө - Ҡазан - Болғар» маршрутындағы теплоходта башҡорт-татар концерттарында ҡатнаша башлай. Беренсе концерты туған районында 2006 йылда уҙа, республикала танылған баянсылар Редик Фәсхетдинов, Илшат Яхин, Хәлит, Илшат һәм Айнур Фәтиховтааруға аккомпаниаторҙар булып сығыш яһай.
Үҙенең ижади тормошо дәүерендә Бибисара Азаматова биш концерт бирҙе, алты аудиоальбом сығарҙы. Шуларҙың иң һуңғыһы, 73 йырҙы үҙ эсенә алғаны, быйыл сыҡҡан. Күп тапҡырҙар «Йыл йыры», «Юлдаш йыры», «Башҡорт йыры» республика йыр бәйгеләре лауреаты булды.
Моңло тауышлы яратҡан йырсыбыҙҙың урындары ожмахта, йәндәре йәннәттә булһын. Туғандарына һәм яҡындарына сабырлыҡ.
Фото: YouTube
Читайте нас: