Бөгөн, 20 октябрҙә, Башҡортостан юлдаш телевидениеһында 20 сәғәт 15 минутта "Башҡортостан. Хроникалар. Ковид" тигән документаль фильмы күрһәтелә. Күрмәй ҡалмағыҙ, сөнки был фильм әлеге көндә бик актуаль. Был ҡурҡыныс ауырыу тормошобоҙға килеп инеп, яңы ресурстар асырға этәргес бирҙе. Ул беҙҙең көсһөҙ яғыбыҙҙы асыҡланы һәм ысын геройҙарҙы күрһәтте. Ярты йыл инде бөтә ил менән бергә Башҡортостан да был юлды үтә. Әммә был һынауҙарҙың бер өлөшө генә. Үҙ аллы изоляция, дистанцион уҡыу, иҡтисадтағы ҡатмарлыҡтар. Ә алда нимә көтә... Һәр заманда ла беренсе урында Кеше булған һәм шулай булып ҡала ла. Беҙҙең кеше хәленә инә торған сәләмәт йәмғиәтебеҙ, көслө медицинабыҙ бар. Эйе, артабан да ошондайырҡ исемле башҡа фильмдар донъя күрәсәк. Һәм берәү генә түгел.