Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Октябрь 2020, 15:30

«Транснефть» ӨДНТУ студенттарын һәм уҡытыусыларын стипендиялар һәм сертификаттар менән билдәләне

Өфө дәүләт нефть техник университеты (ӨДНТУ) студенттары һәм уҡытыусылары «Транснефть» компанияһының социаль түләүҙәрен билдәләү тураһында исемле стипендиялар һәм сертификаттар алды. Был сара йыл һайын ӨДНТУ-ның тамашалар залында уҙғарыла, әммә был юлы «Транснефть - Урал» АЙ һәм нефть университеты араһында үҙенә күрә «телемост» ойошторолдо, коронавирус инфекцияһы таралыуы хәүефенә бәйле сара онлайн форматта үтте.

Өфө дәүләт нефть техник университеты (ӨДНТУ) студенттары һәм уҡытыусылары «Транснефть» компанияһының социаль түләүҙәрен билдәләү тураһында исемле стипендиялар һәм сертификаттар алды. Был сара йыл һайын ӨДНТУ-ның тамашалар залында уҙғарыла, әммә был юлы «Транснефть - Урал» АЙ һәм нефть университеты араһында үҙенә күрә «телемост» ойошторолдо, коронавирус инфекцияһы таралыуы хәүефенә бәйле сара онлайн форматта үтте.
Социаль түләүҙәр билдәләү тураһында сертификаттарға торба үткәргес транспорт факультетының уҡытыу һәм тикшеренеү эше алып барған алдынғы ете доценты һәм профессоры лайыҡ булды. Түләүҙәр маҡсатлы: уларҙы квалификация күтәреүгә, лекция курстары йәки монографиялар әҙерләү һәм сығарыуға һәм башҡа һөнәри, фәнни эшмәкәрлек йүнәлештәрен үҫтереүгә йүнәлтеп була. Был нефтепроводчиктарҙың уҡытыу сифатын, кадрҙарҙы әҙерләү кимәлен арттырыуға һәм аҙаҡҡы һөҙөмтәлә тармаҡ үҫешенең кимәлен күтәреүгә индергән өлөш.
Университтеттың иң яҡшы студенттарына «Транснефть»тең исемле стипендияларын тапшырыу практикаһына егерме йыл. Бындай ярҙам тәжрибәһе студенттарға стипендия яҡшы белем һәм ғилми эштә активлыҡ өсөн бүләкләү генә түгел, шулай уҡ артабанғы үҫеш өсөн стимул булыуын да күрһәтә. Быйыл стипендия 17 студентҡа тәғәйенләнгән, уларҙың 12-һе «нефть-газ эше» һөнәре буйынса, икәшәре «нефть-гах техникаһы һәм технологияһы» һәм «технологик процесстарҙы һәм производстволарҙы автоматлаштырыу» һөнәре буйынса, берәү «төҙөлөш» һөнәре буйынса уҡый. Шул уҡ ваҡытта бишәүһе «Транснефть» системаһы ойошмалары менән килешеү буйынса, ун икеһе бюджет бүлегендә белем ала.
«Транснефть – Урал» йәмғиәтенең генераль директоры Роман Ковалев стипендия хужаларын ҡотланы:
- Ирешелгәндә туҡталып ҡалмаҫҡа саҡырам, һәр ваҡытта яҡшы һөҙөмтәләргә ынтылығыҙ, үҙ алдығыҙға амбициоз маҡсаттар ҡуйығыҙ һәм уларға ирешегеҙ. «Транснефть» компанияһы һәм «Транснефть - Урал» акционерҙар йәмғиәте беҙҙең сафтарҙы аҡыллы, маҡсатлы йәш белгестәр менән тулыланыуына ҡыҙыҡһынған. Университет менән хеҙмәттәшлек сиктәрендә беҙ йыл һайын вуздың матди-техник базаһын камиллаштырыуға аҡса бүләбеҙ. Һеҙҙәң өсөн ҙур мөмкинлектәр булдырылған, дәрестәр үҙенсәлекле лабораторияларҙа үтә, һеҙгә иң яҡшы уҡытыусылар белем бирә.
Эльвира Әхмәтгәрәева, 4-се курс студенты:
- Уҙған семестрҙа беҙҙең дәрестәр «Транснефть» компанияһы ярҙамы менән асылған лабораторияларҙа үтте. Корпаратив стипендиялары беҙҙең тағы ла активыраҡ уҡырға һәм үҫешергә этәрә, ә университет бөтә белем алыу өсөн барлыҡ мөмкинлектәр бирә.
Читайте нас: