Иртәнге сәй әүҙемлеккә килтерә. Ул эсәктәрҙе, ашҡаҙанды таҙарта. Сәй эстән артыҡ матдәләрҙе сығара, тамырҙарҙағы май ҡатламын иретә.
Төштән һуңғы сәй аҙыҡты үҙләштерергә ярҙам итә, тик дөрөҫ итеп эсә белергә кәрәк. Аш ваҡытында һәм ашап бөткәс тә уны эсергә ярамай. Составында май булмаған һәр ҡайһы эсемлек ашҡаҙан һутын шыйыҡлай һәм эшкәртеүгә ҡамасаулай. Сәйҙе ашағандан һуң ярты сәғәт үткәс кенә эсергә кәңәш ителә.
Киске сәй шулай уҡ ашты яҡшыраҡ эшкәртә, майҙарын тарҡата, организмды төнгөлөккә әҙерләй. Тик уны киске сәғәт 8-9-ҙан һуң эсмәгеҙ. Ошолай иткәндә, уянмайынса ҡаты йоҡларһығыҙ, ә иртән еңел торорһоғоҙ. Киске сәй шулай уҡ «мәкерле» - уны эскәндән һуң ашағы килә башлай. Тик был теләккә буйһонмағыҙ. Төнгә ҡаршы ашау ҡәтғи тыйыла. Түҙер әмәлегеҙ ҡалмаһа, өрөк йәки хөрмә ҡабығыҙ.
Әгәр ҙә сәй эсеүҙе һәм төштән һуң бер ниндәй ҙә тәм-том ашамауҙы ғәҙәткә индерһәгеҙ, үҙегеҙҙе еңел хис итә башларһығыҙ.
Сәй 700-ҙән ашыу төрлө ҡушылма, витамин, минерал, микро һәм макроэлемент, антиоксидант, аҡһым, углевод һәм башҡа файҙалы матдәләрҙән тора. Улар бөтәһе бергә организмды комплекслы таҙарта, тонусты күтәрә, шлактарҙан ҡотолдора һәм файҙалы витаминдар, минералдар менән туҡландыра.