Республикала коронавирусҡа ҡаршы көрәштең яңы алымдары ҡулланыла. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров бөтә дәүләт учреждениеларында һәм предприятиеларында хеҙмәткәрҙәр иҫәбенән медицина инспекторҙары эшен ойошторорға ҡушты.
- Һәр учреждение, һәр ойошмаға яуаплы махсус хеҙмәткәр беркетелергә тейеш. Иртәнсәк ул кешеләрҙе ҡаршы ала, хәлен күҙәтә, санита-эпидемиологик режимдың үтәлешен, битлек кейеүҙе тикшерә, – тине Радий Хәбиров.
Үҙ вазифаларына тотонор алдынан, хеҙмәткәргә Башҡортостан дәүләт медицина университеты нигеҙендә ҡыҫҡа онлайн-курстар ңтергә кәрәк буласаҡ. Уҡыу йорто ректоры Валентин Павлов белдереүенсә, университеттың сайтында контент булдырылған һәм инспекторҙар өсөн айырым интернет-бит эшләнә. Шулай уҡ ул колл-үҙәк эшмәкәрлеген яңыртырға тәҡдим итте. Бында медицина инспекторҙары шылтыратып, ковид сирлеләр менән эшләгән табиптар менән кәңәшләшә аласаҡ.
Хәҙер Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәләр ҙә ҡайтанан онлайн-режимға күсә һәм зумда үткәрелә башлаясаҡ. Был шулай уҡ коронавирус инфекцияһының таралыуына бәйле.
Башҡортостан дәүләт медицина университетының студент-ординаторҙары һәм өлкән курстарҙа уҡыған студенттары ла поликлиникаларға эшкә ебәрелә. Улар ковид менән ауырып, өйҙә амбулатор дауаланған кешеләргә медицина ярҙамы күрһәтәсәк. Был сара амбулатор звено эшен нығытыу маҡсатында ҡабул ителә. Дауаханаларҙа былай ҙа урын етмәй, шуға күрә унда ауыр хәлдәге кешеләр ята, ә ҡалғандар өйҙә дауалана.
Медицина университетынан хәбәр итеүҙәренсә, поликлиникаларға йәнә 285 ординатор ебәреләсәк. Әлеге ваҡытта 600 самаһы ординатор был эште алып бара ла.