Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Октябрь 2020, 11:20

Льготалы ипотека программаһы оҙайтыла

Рәсәйҙә льготалы ипотека программаһы 2021 йылдың июленә тиклем оҙайтыла. Президент Владимир Путин яңы төҙөлгән йорттарҙа 6,5 процент менән торлаҡ алырға мөмкинлек биргән льготалы программаны оҙайтыу тәҡдиме менән сығыш яһаны.

Дәүләт башлығы һүҙҙәренсә, был төҙөлөш тармағына һәм халыҡҡа ярҙам сараларының береһе. Премьер-министр Михаил Мишустин был тәҡдимде хупланы. «Ошо программаны оҙайтыуҙы мөһим тип иҫәпләйбеҙ. Тиҙ генә тейешле бойороҡтарҙы эшләргә әҙербеҙ. Ғөмүмән, хәҙер яңы йорттарға кредиттарҙың 90 проценттан ашыуы программаға тура килә. Ул ғаиләләргә бик кәрәк. Әйткәндәй, төҙөлөш тармағына булышлыҡ итеү өсөн был үҙ ролен уйнаны», - тине Премьер-министр.
Льготалы ипотека программаһы кризисҡа ҡаршы уңышлы сараларҙың береһе булды. Был осорҙа 630 миллиард һумға 220 меңдән ашыу кредит бирелде.
Апрель аҙағында Рәсәйҙә дәүләт ярҙамы менән ипотека программаһы эшләй башланы. 6,5 процент ставкаһы кредит түләгән осорҙа - 30 йылға тиклем ғәмәлдә.
Читайте нас: