газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Октябрь 2020, 21:53

Контракттарҙың өҙөлөүе ихтимал

Бөгөн, 19 октябрҙә, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров республика муниципаль райондарының һәм ҡала округтарының дөйөм ҡулланылыштағы автомобиль юлдарында һәм ихата биләмәләрендә соҡорҙарҙы ямау барышында ағымдағы проблемаларҙы хәл итеү буйынса сираттағы кәңәшмә үткәрҙе.

Бөгөн, 19 октябрҙә, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров республика муниципаль райондарының һәм ҡала округтарының дөйөм ҡулланылыштағы автомобиль юлдарында һәм ихата биләмәләрендә соҡорҙарҙы ямау барышында ағымдағы проблемаларҙы хәл итеү буйынса сираттағы кәңәшмә үткәрҙе.
Транспорт һәм юл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Виктор Жульков хәбәр итеүенсә, ағымдағы йылдың 16 октябренә республиканың автомобиль юлдары буйынса юл инфраструктураһы өлкәһендә эштәрҙе контролдә тотоу һәм планлаштырыу системаһында 238 717 етешһеҙлек асыҡланған, уларҙың 218 346-һы ремонтланған, был 91 процент тәшкил итә.
- Шуны билдәләп үткем килә: ҡайһы бер муниципаль райондарҙа һәм ҡала округтарында эштәр 100 процентҡа үтәлгән. Улар - 3 ҡала округы һәм 14 муниципаль район, - тип билдәләне Виктор Жульков.
Төҙөлөш миҙгеле 15 ноябрҙә тамамлана. Ҡалған ваҡыт эсендә 100 процент һөҙөмтәгә ирешеү өсөн юл ҡатламының тағы 20 мең етешһеҙлекте бөтөрөргә кәрәк.
Кәңәшмәлә муниципалитеттарҙың ихата биләмәләре
ндә соҡорҙарҙы ямау мәсьәләһен дә күтәрҙеләр. Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалык министры урынбаҫары Николай Ельников мәғлүмәте буйынса, алты муниципалитет ремонтты тамамламаған. Улар араһында Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ ҡалалары һәм Туймазы, Өфө һәм Чишмә райондары бар.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар, шулай уҡ, территориаль заказ аҡсаларын үҙләштереү күләме буйынса ла фекер алышты. Быйыл муниципаль берәмлектәр һәм ҡала округтары бюджеттарына территориаль заказ сиктәрендә бүлеп бирелгән бюджет-ара трансферттар күләме 11 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә, шул иҫәптән федераль бюджет аҡсалары иҫәбеннән - 2 миллиард һумдан ашыу.
Андрей Назаров видео-конференц бәйләнеш режимында әлеге күрһәткес буйынса артта ҡалыусы муниципалитет башлыҡтары менән аралашты һәм аҙна аҙағына тиклем эштәр башҡарыуҙы тотҡарлаусы подрядсылар менән тикшерергә ҡушты.
- Әгәр подрядсылар аҡсаларҙы үҙләштереүҙе гарантияламаһа, контракттар өҙөләсәк, - тип иҫкәртте Премьер-министр Андрей Назаров.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәтенән
Читайте нас: