газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Октябрь 2020, 16:52

Ҡалабыҙ ҡалды йәмләнеп

Алтын көҙгә аяҡ баҫҡаныбыҙҙы һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Ҡыҙыл, һары, йәшел төҫтәге ҡойолған япраҡтар ергә сағыу балаҫ булып түшәлде. Ошо япраҡтарҙан ҡаланы таҙартыу өсөн йома өмә ойошторолдо.

Алтын көҙгә аяҡ баҫҡаныбыҙҙы һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Ҡыҙыл, һары, йәшел төҫтәге ҡойолған япраҡтар ергә сағыу балаҫ булып түшәлде. Ошо япраҡтарҙан ҡаланы таҙартыу өсөн йома өмә ойошторолдо. Өмәлә ҡатнашыусылар Калинин урамынан Губкин урамына табанғы участканы йыйыштырҙы. Эште Калинин - Ленин урамы киҫелешенән башланылар.
Унда ҡала хакимиәте, ресурс менән тәьмин итеүсе ойошма, трамвай идаралығы, мәғриф идаралығы һәм ҡала хужалығы идаралығы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Өмәгә ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов та сыҡты.
- Бик шәп, файҙалы сара был. Ул ҡалабыҙҙы таҙараҡ, күркәмерәк итергә ярҙам итә. Барыһын да был акцияға ҡушылырға саҡырам. Көндәр ҙә матур тора. Был мөмкинлектән файҙаланып ҡалырға кәрәк, - ти Игорь Геннадьевич.
Өмәгә бөгөн, шәмбе көнө лә сыҡтылар.
Был турала ентеклерәк гәзиттең киләһе һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: