газета "Салауат"
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Октябрь 2020, 01:25

"Башҡортостан. Хроникалар. Ковид"

Был ҡурҡыныс ауырыу тормошобоҙға килеп инеп, яңы ресурстар асырға этәргес бирҙе.

Был ҡурҡыныс ауырыу тормошобоҙға килеп инеп, яңы ресурстар асырға этәргес бирҙе. Ул беҙҙең көсһөҙ яғыбыҙҙы асыҡланы һәм ысын геройҙарҙы күрһәтте. Ярты йыл инде бөтә ил менән бергә Башҡортостан да был юлды үтә. Әммә был һынауҙарҙың бер өлөшө генә. Үҙ аллы изоляция, дистанцион уҡыу, иҡтисадтағы ҡатмарлыҡтар. Ә алда нимә көтә... Һәр заманда ла беренсе урында Кеше булған һәм шулай булып ҡала ла. Беҙҙең кеше хәленә инә торған сәләмәт йәмғиәтебеҙ, көслө медицинабыҙ бар. Эйе, артабан да ошондайырҡ исемле башҡа фильмдар донъя күрәсәк. Һәм берәү генә түгел. Ә әлегә шишәмбе, 20 октябрҙә, Башҡортостан юлдаш телевидениеһында 20 сәғәт 15 минутта "Башҡортостан. Хроникалар. Ковид" тигән документаль фильм ҡарағыҙ.
P.S. Иркенләргә ярамай. Бөтәһе лә тамамланмаған әле. Алда беҙҙе сираттағы һынауҙар көтә.
Читайте нас: