Виртуоз баянсы, музыкант Айнур Фәтиховтың үлем хәбәре бөтә кешене тетрәндерҙе. Ул эстрада йырсылары менән хеҙмәттәшлек итте, бик күптәрҙең яҡын дуҫы булды. Был хаҡта бик күп сайттар, шул иҫәптән "Ватаным Татарстан" да яҙған.
Уның хакында йырсы Илһөйә Бәҙретдинова, был хәбәрҙе ишеткәс, төнө буйы йоҡлай алманым, ти.
- Иң профессиональ музыкант китте. Бөтә инструментта уйнай белә ине. Ғаиләләре менән сәнғәт кешеләре ине. Атаһы ла, ағаһы ла - виртуоз баянсылар. Әсәһе йырлай. Айнур барыһын да уҙҙыра ине. 16 йәшендә Мәскәүҙә бер бәйгелә еңеп, уны сит илгә саҡырғайнылар. Атаһы Хәлит ағай, йәш бит әле, тип, ебәрмәне. Уның китеп барыуын ишетеү үҙәкте өҙҙө. Әле бит күпме пландарыбыҙ бар ине. Төнө буйы ижадташ дуҫтар менән яҙыштыҡ. Ирҙәрҙе лә илата торған хәбәр булды был, - ти ул. - Шул тиклем кешелекле, яғымлы, йылмайып ҡына тороусы егетебеҙҙе юғалттыҡ. Шылтыратыуға телефонын алыр ине. Йондоҙ сире менән сирләмәне. Урыны ожмахта булһын.
Татарстандың атҡаҙанған артисы Раяз Фасихов менән 8 октябрҙә бер сәхнәлә сығыш яһағандар. Айнур Ҡазанға килгән булған.
- Бик танылған музыкант ине. Ул дүртенсе урында торҙо. Уны заманында Илһам Шакиров алдында ғына ултыртып торған була. Мин уның менән ул Ғәбделфәт Сафинда эшләгәндә танышҡайным. Минең күп кенә йырҙарыма аранжировкалар яһаған кеше ул. Бик ауыр юғалтыу, - ти.
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилия Биктимерова, Айнур Фәдистең күҙ алдында үҫкән бала, ти.
- Уларҙың ғаиләһе менән бик яҡын таныш беҙ. Атаһы менән бергә эшләнек. Фәдистең күҙ алдында үҫкән бала бит ул. Шул тиклем киң күңелле, яҡшы кеше китеп барҙы. Бер ҡасан да кеше һөйләмәне. Хатта ҡайһы саҡта сәхнә артында берәй һүҙ башлаһаҡ, ул тороп сығып китер ине. Изге йән булды. Һуңгы ваҡытта улар ауырны. Айнур бик оҙак юғары температура менән йөрөнө. Телефон аша: «Төшмәй бит. Бик ауыр сир икән. Ауыртыуҙарға түҙеп булмай», - тип тә әйткәйне.
Атаһы менән әсәһе лә - дауаханала. Улдарының үлемен ишетеү уларға бик ауыр. Табиптар күҙәтеүе аҫтында, дарыуҙар менән генә торалар. Лилиә апайға шылтыратҡйным, илай: «Күмгәнен дә күрә алмайбыҙ. Шулай булғас, үлде тип уйламам. Ҡазандан ҡайтманы әле тип торормон», - ти. Бик ауыр хәл. Яҡындарына сабырлыҡ теләйем, - ти Лилиә.
Автор: Резеда Галикәева