Өфө ҡалаһының Советтар Союзы Геройы Матвей Пинский исемендәге 83-сө инженер лицейында яңы компьютер класы асылды. Дөрөҫөрәге, яңыртылған класс - бинала ремонт яһағандар һәм уны информатика буйынса дәрестәр уҙғарыу өсөн бөтә кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырғандар. Лицейға хәйриәлек ярҙамын “Транснефть - Урал” акционерҙар йәмғиәте күрһәткән.
Яңыртылған компьютер класын асыу тантанаһында символик ҡыҙыл таҫманы «Транснефть-Урал» йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары Асҡар Әминев, Өфө дәүләт нефть техник университеты проректоры Александр Могучев, Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районы хакимиәтенең гуманитар мәсьәләләр һәм мәғариф идаралығы начальнигы Юлиә Мостафина киҫте.
Предприятие аҡсаһына кәрәкле программалар менән тәьмин ителгән 16 заманса компьютер, шулай уҡ уңайлы һәм эргономик мебель һатып алынған.
«Дәрестәрҙе үткәреү өсөн уңайлы шарттар һәм яңы компьютер техникаһы уҡыусыларға техник юғары белем алыу йорттарында белем алыуға әҙерләнгәндә мәғлүмәти-коммуникацион технологияларҙы яҡшыраҡ үҙләштерергә һәм киләсәктә нефть үткәргес тармағы белгестәре сафын тулыландырырға ярҙам итәсәк», - тип билдәләп үтте лицей директоры Алла Цыбина.
«Транснефть-Урал» элек тә лицейға матди базаны нығытыуҙа ярҙам иткән. Предприятие аҡсасына физика буйынса лаборатор дәрестәр үткәреү өсөн йыйылмалар һәм актуаль мәғлүмәтте, шул иҫәптән лицейҙың дәрестәр теҙмәһен һәм көнүҙәк яңылыҡтарҙы трансляциялаусы интерактив экрандар һатып алынған.
83-сө лицей Өфө ҡалаһында 1957 йылда асыла. 2003 йылдан ул «Транснефть-Урал» менән белгестәр әҙерләү өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеүсе Өфө дәүләт нефть техник университеты патронаты аҫтында эшләй. Лицей тәрбиәләнеүселәре бер нисә йүнәлеш буйынса (физика-математика, химия-математика, мәғлүмәти-технологик, инженер-иҡтисади) белем ала, артабан уҡыуҙарын техник юғары уҡыу йорттарында дауам итә.