Республикала юл буйы сервисын үҫтереү эшенә тотонған инвесторҙар сығымдарҙың 50 процентына тиклемен республика бюджетынан ҡаплауға иҫәп тота ала.
Төбәктә йәмғеһе бер мең тирәһе юл буйы объекты төҙөү планлаштырыла, улар өсөн дөйөм архитектура күренештәре лә эшләнгән. Был хаҡта Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров бөгөнгө кәңәшмәлә хәбәр итте.
"Юл буйы сервисы – беҙҙең өсөн иң мөһим йүнәлештәрҙең береһе. Берҙәм стиль республиканы танытыуға булышлыҡ иткән милли колоритты күрһәтеп торасаҡ", - тине ул.
Субсидияны алыу өсөн инвестициялар күләме 50 миллион һумдан кәм булмаҫҡа тейеш. Төньяҡ-көнсығыш һәм көньяҡ-көнсығыш райондарына иһә – 10 миллион һумдан әҙ түгел.
- Бурыс - төбәктә бер меңләп яңы юл буйы сервисы объекты төҙөү һәм шул уҡ һандағы объектҡа сифатын, шарттарын, тышҡы күренешен яҡшыртыу йәһәтенән яңыртыу эштәре үткәреү, - тине Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары - иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.
Ул шулай уҡ генераль планда юл буйы сервисы объекттарын төҙөүгә 135 ер участкаһы бүленеүе хаҡында әйтте. Предприятиела 25 эш урыны асылған хәлдә, улар ойошмаға һатыуға сығарылып тормай ғына биреләсәк.