Башҡортостан Республикаһы цифрлы иҡтисад өсөн кадрҙар әҙерләү буйынса быйылға билдәләнгән маҡсатлы күрһәткесте үтәне. Быйыл июлдә республикала хеҙмәт йәшендәгеләрҙе уҡытыуҙы күҙ уңында тотҡан "Цифрлы иҡтисадтың төп компетенциялары" тигән программа эшләй башлағайны. Проект буйынса 13 мең кеше белем алған. Был эш "Һанлы иҡтисад" милли проекты сиктәрендә бойомға ашырылды.