Эльвира һәм Фидан Хәйбуллиндар, көн дә матур торғас, баҡсаларына барып, ҡалған ваҡ-төйәк эштәрҙе теүәлләп ҡайтырға булған.
- Баҡсанан ҡайтышлай паркка туҡталмай үтеп китеү мөмкин түгел ине. “Арғымаҡ”тың дәртле йыр-моңдары әллә ҡайҙан ишетелеп, үҙенә саҡырып торғандай. Бөтә нәмә яҡшы ойошторолған, килгәнебеҙгә бер ҙә үкенмәйбеҙ, - ти улар.