Рәйсә һәм Фәрит Зариповтар ҙа, оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, байрамдан ситтә ҡалмаған.
- Беҙгә бөтә нәмә оҡшай. Балалар һүрәттәре, ҡул эштәре күргәҙмәләре ойошторолған, барыһын да ҡарап сыҡтыҡ. Концерт бик матур булды. Бындағы мөхит тә шундай йылы, байрамса. “Арғымаҡ төркөмө егеттәре бик шәп, дәртлеләр. Тамашасы менән эшләй белә. Уңыштар уларға, - ти Зариповтар.