газета "Салауат"
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Октябрь 2020, 20:22

Байрам менән, дуҫтар!

Иртәгә - Республика көнө. Шул айҡанлы республикала тантаналы саралар уҙғарыла башланы ла инде. Беҙҙең ҡалала мәҙәниәт һәм ял паркында ла бик матур сара үтте.

Иртәгә - Республика көнө. Шул айҡанлы республикала тантаналы саралар уҙғарыла башланы ла инде. Беҙҙең ҡалала мәҙәниәт һәм ял паркында ла бик матур сара уҙғарылды. Кеше бик күп йыйылғайны. Төрлө күрһәҙмәләр ойошторолғайны, спорт майҙансыҡтары эшләне. Этно-рок төркөмө “Арғымаҡ”тың килеүе байрамды тағы ла нығыраҡ йәмләндереп ебәрҙе. Уларға ҡушылып халыҡ та бейене, йырланы. “Арғымаҡ” тамашасыларға “Беҙ бергә”, “Бирешмә”, “Шайморатов генерал” йырҙарын, мөнәжәт-ҡобайырҙар бүләк итте. Төркөмдөң етәксеһе Ринат Рамазанов әйтеүенсә, Салауат ҡалаһы уның өсөн бик яҡын.
- Салауат тыуған яҡтарым кеүек. Ошонда белем алдым, шәхес булараҡ формалаштым, ҙур сәхнәгә тәүге аҙымдарым да ошонда булды. Салауат тамашасыһы беҙҙе һәр саҡ йылы ҡабул итә. Әле лә, ана, күрәһегеҙме, дәртле ағай-апайҙар, хатта инәй-бабайҙар, йәштәр ҡайһылай төшөп бейей йырҙарыбыҙға, ҡушылып та йырлайҙар. Барыһына ла ҙур рәхмәт! Республика көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайым. Киләсәктә тамаша залдарында иҫәнлектә-именлектә осрашырға насип итһен, - тине ул.
Читайте нас: