Бөгөнгө байрам бөтәһенең дә күңеленә хуш килгән. Кеше бик күп ине, ғаиләләре менән килеүселәр ҙә бихисап.
Ғәлиә һәм Рәфис Ғәниевтар ҡыҙҙары Сабина менән килгән. Үҙҙәре менән туғаны Альбинаны ла алғандар.
- Иҫ киткес байрам ойошторғандар бөгөн. Төрлө күргәҙмәләр эшләй, хатта баланы теге йәки был секцияға яҙҙырып та була. Балалар бик шат, улар төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, тәмлекәстәр менән һыйланды. Бөгөн хатта үҙебеҙҙең Салауат ҡалаһында сыр етештергәндәрен тәүгә белдек. Тәмлелеге иҫ киткес! Бына һатып та алдыҡ уны. “Арғымаҡ” төркөмө ысын байрам кәйефе бүләк итте тамашасыға. Афарин! - ти Ғәниевтар.