газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Октябрь 2020, 15:10

Тағы бер иҫтәлекле көн барлыҡҡа киләсәк

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары яҡын аралағы пленар кәңәшмәлә “Башҡортостан Республикаһының “Башҡортостан Республикаһындағы байрам һәм иҫтәлекле көндәр тураһында”ғы Закондың 3-сө статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы закон проектын ҡараясаҡ. Был законға ярашлы, яңы иҫтәлекле көн – Хеҙмәт ветераны көнө – барлыҡҡа киләсәк.

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары яҡын аралағы пленар кәңәшмәлә “Башҡортостан Республикаһының “Башҡортостан Республикаһындағы байрам һәм иҫтәлекле көндәр тураһында”ғы Закондың 3-сө статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы закон проектын ҡараясаҡ. Был законға ярашлы, яңы иҫтәлекле көн – Хеҙмәт ветераны көнө – барлыҡҡа киләсәк.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, уны 18 ғинуарҙа билдәләү тәҡдим ителә.
“1974 йылда СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы Указы менән “Хеҙмәт ветераны” миҙалы барлыҡҡа килгән, – тип белдергән Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Миҙал менән эшселәр, колхозсылар һәм хеҙмәткәрҙәр пенсияға сығыу өсөн мотлаҡ стажды туплағас, уларҙың хеҙмәт ҡаҙаныштарын таныу билдәһе булараҡ наградланған. Был изге совет традицияһын өлкән быуын вәкилдәре яҡшы хәтерләй. Уны, халыҡ хужалығында, фәндә, мәҙәниәттә, мәғарифта, һаулыҡ һаҡлауҙа, дәүләт ойошмаларында һәм ижтимағи ойошмаларҙа оҙаҡ фиҙакәр хеҙмәт иткәндәрҙең ҡаҙаныштарын таныу билдәһе булараҡ, ниндәйҙер кимәлдә тергеҙеүҙе дөрөҫ тип иҫәпләйбеҙ. Яңы иҫтәлекле дата төрлө тармаҡ ветерандарын, дөйөм алғанда, хеҙмәт кешеһен берҙәмлеккә, хеҙмәт коллективтарында күсәгилешлелеккә, йәштәрҙе дөрөҫ тәрбиәләүгә булышлыҡ итәсәк”.
Республика Хөкүмәте тәҡдим концепцияһын хуплаған. Хеҙмәт ветераны көнө ҡабул ителһә, был республикалағы иҫәп буйынса һигеҙенсе иҫтәлекле көн буласаҡ. Ошондайҙарға, мәҫәлән, Башҡортостан Республикаһы Флагы көнө, Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө инә. Күптән түгел Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тарафынан тағы бер иҫтәлекле көн – 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы көнө – барлыҡҡа килгәйне. Быйыл 13 ноябрҙә ул беренсе тапҡыр билдәләнәсәк.
Иҫтәлекле көндәр байрам көндәре түгел. Федераль закондар тарафынан республикала барлыҡҡа килгән ял көндәренән тыш Республика көнө, Ураҙа байрам һәм Ҡорбан байрам өҫтәмә өс ял көнө булып тора.
Фото: “Башинформ”.
Автор: Айһылыу Низамова
("Башҡортостан" гәзите сайтынан)
Читайте нас: