Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Октябрь 2020, 12:30

Республика халҡын финанс грамоталылыҡ буйынса һорау алыуҙа ҡатнашырға саҡыралар

Башҡортостан Республикаһының Финанстар министрлығы төбәк халҡын «Башҡортостан Республикаһы тауышы» порталында https://golos.openrepublic.ru/polls/204/ һылтанмаһы буйынса финанс грамоталылығы буйынса тест-һорау алыуҙа ҡатнашырға саҡыра.

Һорау алыу 2017-2023 йылдарға халыҡтың финанс грамоталылығын арттырыу стратегияһына ярашлы тормошҡа ашырылған 2015-2020 йылдарға Башҡортостан Республикаһы халҡының финанс грамоталылығы кимәлен күтәреү буйынса саралар планы сиктәрендә уҙғарыла.
Һорау алыу аноним, 27 һорауға яуап биреү ни бары 10 минут тирәһе ваҡытығыҙҙы алыр.
Тест һеҙгә финанс грамоталылығы һәм быға тиклем әһәмиәт бирмәгән финанс хеҙмәттәре менән ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау өлкәһендәге ҡайһы бер һорауҙарға иғтибар итергә ярҙам итәсәк.
Һеҙҙең һорау алыуҙа ҡатнашыуығыҙ республика граждандарының финанс грамоталылығы кимәле асыҡларға һәм финанс белем биреү буйынса сараларҙың актуаль темаларын билдәләргә мөмкинлек бирәсәк.
Читайте нас: