-5 °С
Болотло
«Был аҙна ваҡиғаларға бай булды. 5 октябрҙә беҙ Уҡытыусылар көнөн билдәләнек, 11-дә Республика көнө үтәсәк. Байрам алдынан беҙ республиканың дәүләт телдәренән белем биреүсе иң яҡшы уҡытыусыларҙы. БР хөкүмәте һәм республика комиссияһы исеменән һеҙҙе конкурста еңеүегеҙ менән ҡотлайым! Эшегеҙҙә уңыштар һәм яңы ижади үрҙәр теләйем!», - тип белдерҙе БР Хөкүмәтенең вице-премьеры Фәнүр Йәғәфәров
БР мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин да сығыш яһаны.
«Иң яҡшы уҡытыусылар, үҙ һөнәрҙәре оҫталары конкурсы тамамланды. Һеҙ мәғариф системаһында үҙ миссияғыҙҙы атҡарағыҙ. Һеҙ балаларҙы һөйләргә, уйларға, үҙ фекерҙәрен матур итеп күрһәтергә өйрәтәгеҙ. Хәҙерге заман кешеһенең йәмғиәттә үҙен күрһәтә белеүе иң мөһим компетенцияһы булып тора. Быларҙың барыһы ла тел уҡытыусыларына бәйләнгән. Һеҙ классиканы, әҙәбиәтте, йәмғиәтте яратырға өйрәтәгеҙ, уҡыусыларҙа әхлаҡ нигеҙҙәрен булдырағыҙ», - тине министр.
Фото: "Башинформ" мәғлүмәт агентлығынан алынды.