"Эшләйбеҙ2020!" Бөтә Рәсәй Таҙалыҡ көнө акцияһында Башҡортостан лидер булды. Ҡатнашыусылар һаны ла, уҙғарылған өмәләр ҙә күп булған - тирә-яҡ мөхитте күркәмерәк итеү идеяһы республикалағы 75390 кешене берләштерҙе. 19 сентябрҙә үткән Бөтә донъя Таҙалыҡ көнөндә илдең 61 төбәгенән 114 мең кеше ҡатнашҡан. Йәмәғәт ойошмалары, йәштәр командалары, муницпалитеттар, төбәк операторҙары, бизнес вәкилдәре һәм урындағы активистар 1700-ҙән ашыу өмә ойошторған. Был сара "Экология" милли проекты маҡсаттарына тап килә һәм халыҡтың экологик мәҙәниәтен һәм граждандарҙың тормош сифатын күтәреү менән бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелгән.
Башҡортостан Республикаһындағы акция координаторы, республиканың Экология министрлығының бүлек аналитигы, #ЙәшелБашҡортостан экологик проект авторы Ринат Фәтҡуллин хәбәр итеүенсә, Башҡортостан командаһына етәкселәр, ведомстволар, муниципалитеттар, предприятиелар хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәт ойошмалары һәм ирекмәндәр ингән. Фекерҙәштәрҙең бындай ярҙамы тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә яңынан-яңы изге эштәргә этәрә. Дөйөм тырышлыҡ менән республиканың 800 майҙансыҡтарында 4 мең кубометр тирәһе ҡалдыҡ полигондарға сығарылған. Ойоштороусылар сарала ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерә.