газета "Салауат"
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Октябрь 2020, 12:13

Журналистың үлемендә коронавирус ғәйеплеме?

“Башҡортостан-Хәбәрҙәр” хәбәрсеһе Галина Заводникованың вафат булыуы күптәрҙе шаҡ ҡатырҙы. Йәш килеш кенә... Кисә уны һуңғы юлға оҙаттылар. Ерләүҙә туғандары, дуҫтары, хеҙмәттәштәре ҡатнашҡан.

“Башҡортостан-Хәбәрҙәр” хәбәрсеһе Галина Заводникованың вафат булыуы күптәрҙе шаҡ ҡатырҙы. Йәш килеш кенә... Кисә уны һуңғы юлға оҙаттылар. Ерләүҙә туғандары, дуҫтары, хеҙмәттәштәре ҡатнашҡан. Аныҡ ҡына үлем сәбәптәре әйтелмәй. Сирләгән, тинеләр.
Галина "Инстаграм"дағы үҙенең сәхифәһендә ниндәйҙер “бөтмәгән сир” менән ауырыуы тураһында хәбәр иткән булған. Уның һуңғы яҙмаларының береһендә шундай һүҙҙәр бар:
“Һуңғы аҙнала организмым тырышып-тырышып үлергә теләй. Әйтерһең, мин уны ялҡытҡанмын һәм уның айырылғыһы килә. Тәүге биш көндә температурам ныҡ юғары булғанда ни эшләптер өйҙә яттым. Өс тапҡыр ысынлап үләм икән тип уйланым. Дауаханаға барыуҙан баш тарттым, ни өсөн икәнлеген һаман аңлата алмайым. Гүйә, миндә Павлик Корчагин уянған. Өйҙә үлгем килә ине. Ашағым да килмәне (үҙемде көсләп ашарға мәжбүр итәм). Тик ошо көндәрҙә шуны аңланым: мин һәйбәт йәшәйем, барыһын да дөрөҫ эшләйем, үкенер нимәм юҡ. Әле дауаханаламын, тишмәгән урындары ҡалманы, дауалайҙар кеүек, бәлки, һауыҡтырып та ҡуйырҙар әле”.
Хеҙмәткәрҙәре уны коронавирустан үлгән тип иҫәпләй. Әлегә был турала аныҡ мәғлүмәт юҡ. Әйткәндәй, ковид-госпиталдә ул журналист сифатында биш тапҡыр булған.
Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.
Читайте нас: