газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Октябрь 2020, 22:11

Иң көслөләр асыҡлана

8 - 11 октябрҙә Өфөлә Р. А. Баталова исемендәге Башҡортостан Республикаһы спорт әҙерлеге үҙәгендә шәхси һәм командалы зачетта грек-рим көрәше буйынса ир-егеттәр араһында Башҡортостан Башлығы Рәсәй Кубогына ярыштар уҙғарыла.

8 - 11 октябрҙә Өфөлә Р. А. Баталова исемендәге Башҡортостан Республикаһы спорт әҙерлеге үҙәгендә шәхси һәм командалы зачетта грек-рим көрәше буйынса ир-егеттәр араһында Башҡортостан Башлығы Рәсәй Кубогына ярыштар уҙғарыла. Рәсәйҙең 34 төбәгенән 300-ҙән ашыу иң көслө спортсылар 10 ауырлыҡ категорияһында сығыш яһаясаҡ. Ярышты ойоштороусылар - Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы һәм "Башҡортостан Республикаһының спорт көрәше федерацияһы" ойошмаһы. Ярыштар 9 октябрҙән 11-енә тиклем сәғәт иртәнге 10-дан киске 7-гә тиклем уҙа.Сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров көрәш буйынса олимпия чемпиондары, Рәсәйҙең спорт көрәше федерацияһы вәкилдәре менән осрашасаҡ.
Читайте нас: