газета "Салауат"
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Октябрь 2020, 11:00

Диктант яҙырбыҙмы?

17 октябрҙә бөтә донъя менән диктант яҙыу планлаштырыла.

17 октябрҙә бөтә донъя менән диктант яҙыу планлаштырыла. Был эш "Мәғариф" милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла. Эпидемиологик хәлде иҫәпкә алып, ойоштороусылар уның өс форматын күз уңында тота. Тоталь диктантты барлыҡ санитар нормаларҙы һәм социаль дистанцияны үтәгәндә, майҙансыҡтарҙа, проекттың рәсми сайтында һәм "#пишемдома" яңы форматында махсус форма аша онлайн яҙырға мөмкин буласаҡ. Өфөлә "Тоталь диктант-2020" офлайн форматта баш ҡаланың 12 китапхана майҙансығында уҙа, барлык санитар нормалар үтәлергә һәм социаль дистанция һаҡланырға тейеш. Ҡатнашыусыларҙың һаны билдәле норманан артмауы мөһим.
#Миллипроекттар
Фото: need4study.com
Читайте нас: