Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҡытыусыларҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлай!
-Ҡәҙерле уҡытыусылар һәм педагогик хеҙмәт ветерандары!Һеҙҙе бар йөрәктән Уҡытыусылар көнө менән ҡотлайым! Был - барыһының да яратҡан байрамы, сөнки һәр беребеҙҙең тормошо белем менән бәйле.
Йәштәрҙең оло тормошҡа юлы ата-әсәнең изге өгөт-нәсихәте, мәктәп һәм юғары уҡыу йорттары уҡытыусыларынан алынған белем, остаздарҙың тырышлығы менән һуғарыла. Педагог Сухомлинскийҙың “Йөрәгемде балаларға бирәм” тигән һүҙҙәре баһалап бөткөһөҙ тырыш хеҙмәтегеҙҙең асылын тулыһынса асып бирә. Намыҫлы һәм яуаплы хеҙмәтегеҙ менән юғары педагогик бейеклектәргә өлгәшәһегеҙ.
Заман уҡытыусыһы эрудицияға, һанлы компетенцияларға, сабырлыҡҡа эйә булырға, уҡыусыларҙы ихлас яратырға, балаларҙың үҙаллы фекерләү һәләтен үҫтереүгә ынтылырға, үҙ өҫтөндә даими эшләргә тейеш. Балаларҙың уның менән бер тулҡында йөҙөүе, дуҫлашырға, ижад итергә өйрәнеүе, яңы офоҡтарға табан атлауы мөһим. Уңышлы белем биреү нигеҙе тап ошоға ҡорола.
Коронавирус сире таралыу хәүефе шарттарында уҡытыусылар үҙ бурысын яуаплы үтәй. Зинһар, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, табиптарҙың кәңәштәрен теүәл үтәгеҙ.
Илһамлы хеҙмәтегеҙ артабан да республиканың сәскә атыуына булышлыҡ итһен. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек теләйем, изгелектәр генә юлдаш булһын!