Ҡамыр өсөн: 3 йомортҡа, 2 балғалаҡ шәкәр, бер семтем тоҙ, 10 гр ҡамыр ҡабартҡыс, 50 гр аҡ май, 400 мл ҡаймаҡ, он (500 гр тирәһе).
Эслек өсөн: фарш, 2 баш һуған, 150-200 гр сыр, 2-3 тырнаҡ һарымһаҡ, йәшел тәмләткестәр, тоҙ, борос, паприка.
Ике йомортҡа һарыһын май, шәкәр, тоҙ ҡушып ағарғансы туҡырға. Уға ҡаймаҡ өҫтәп болғатып он, ҡамыр ҡабартҡыс һалып ҡамыр баҫырға. Ҡамырҙы 30 минутҡа һыуытҡысҡа оҙатҡас эслек әҙерләнәнә. Тоҙ, борос, паприка, һуған ҡушылған ит иҙмәһе майлы табала ҡыҙҙырып алына. Һыуынғас ваҡ итеп туралған һарымһаҡ, йәшел тәмләткестәр, ҡырғыстан ҡырылған сыр ҡушып бутайбыҙ.
Артабан ҡамырҙы ике өлөшкә бүлеп йәйгәс, 2-3 см яҫылығындағы таҫмаларға ҡырҡып сығырға. Урталарына эслекте һалып, семтеп тоташтырып сығырға кәрәк. Әҙер «колбасаларҙы» табаға уралтып һалып өҫтөнә йомортҡа һарыһы һөртөлә. 180 С эҫелектәге духовкала 30-40 минутта бешә.