Өфө ҡалаһының 21-се дауаханаһы "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә кислород концентраты менән тәьмин ителде. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, кислород концентраторы йөрәк һәм үпкә ауырыуҙары булған пациенттарҙы дауалау өсөн кәрәк.
- Кислород терапияһы спортсыларға, тәмәке тартыусыларға, өлкән йәштәге кешеләргә тәҡдим ителә. Ҡайһы берҙә уны йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға яралғы гипоксияһын профилактикалау өсөн билдәләйҙәр, - ти дауахананың баш табибы Ринат Нагаев.
#Миллипроекттар