газета "Салауат"
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Октябрь 2020, 15:55

Салауат театры Ноғман Мусиндың повесы буйынса фантастик төш сәхнәләштерҙе

Салауат башҡорт драма театры танылған башҡорт прозаигы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың «Ике ир һәм бер ҡатын» повесы буйынса фантастик төш сәхнәләштерҙе.

Салауат башҡорт драма театры танылған башҡорт прозаигы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың «Ике ир һәм бер ҡатын» повесы буйынса фантастик төш сәхнәләштерҙе.
«Ғүмерҙең бер мәле» спектакленең премьераһы 2 октябрҙә була. Премьераға авторҙың һәм республика театр белгестәренең килеүе көтөлә.
Повесть буйынса инсценировканы Зөһрә Бураҡаева яҙған. Спектаклде йәш ҡуйыусы режиссер Лиана Ниғмәтуллина сәхнәләштерә. Театрҙың әҙәби бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, спектакль айырыуса персонаждарҙың нескә психологизмы, күңел кисерештәре мөһим булған тамашасылар өсөн ҡыҙыҡлы булмаҡсы.
«Ике төп геройҙың тормошҡа ҡарашы ҡапма-ҡаршы, улар төрлө тормош принциптарына һәм әхлаҡи йүнәлешкә таяна, — тип һөйләне театрҙың әҙәби бүлеге мөдире Динә Бәширова. — Райман Ҡолсурин юғары маҡсат өсөн йәшәй, булмышын ҡул менән йыһаз эшләүҙә табып, үҙенең хыялын тормошҡа ашыра. Ижадына бар күңелен һалып, ғәҙәти булмаған уй-ниәттәрен бойомға ашыра һәм танылған оҫта булып китә. Икенсе ир Антил Байкалов — бөтөнләй ҡапма-ҡаршы образ. Уға үҙенең дәрәжәһенән һәм матди байлыҡтан да мөһимерәк нәмә юҡ. Ул шәхси мәнфәғәттәре менән генә йәшәй, уны дауаханала ятҡан ҡатынының яҙмышы ла, улы ла борсомай...
Спектаклдең өсөнсө геройы — Сөмбөл. Ике ирҙе уға ҡарата булған хис-тойғолар берләштерә. Уны ниндәй яҙмыш көтә, ул операциянан һуң һауығырмы – был хаҡта һеҙ мелодраманы ҡарағас белерһегеҙ».
Ҡуйыусы рәссам – Лилиә Хисмәтуллина, композитор – Илсаф Вәдүтов, хореограф – Ольга Даукаева, яҡтылыҡ рәссамы – Евгений Лисицын, вокал буйынса педагог– Айгөл Ғайсина. Ролдәрҙе Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Наҙгөл Иҫәнбаева, Нәүфилә Яҡупова, Гөлфирә Сафиуллина, артистар Нәркәс һәм Мирас Йомағужиндар, Радмир Дәүләтбаев, Әмир Үтәбаев, Риф Мусин, Радик Ғәлиуллин, Гөлфинә Ибәтуллина, Эльвина Мусина һәм Айнур Синағолов башҡара.
Спектакль «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Кесе Ватан мәҙәниәте» проекты сиктәрендә бойомға ашырыла. Тамаша башҡортса сәхнәләштерелә, рус теленә синхронлы тәржемә ителә.
("Башинформ" мәғлүмәт агентлығы сайтынан)
Читайте нас: