Башҡортостан юлдаш телеканалының “Сәләм” тапшырыуы хеҙмәткәрҙәре үҙизоляцияға киткән. Быға әлеге лә баяғы коронавирус инфекцияһы сәбәпсе. Әлегә яңы тапшырыуҙар сыҡмаясаҡ, иртән элекке эфирҙарҙы ҡабатлап күрһәтәсәктәр.
“Башҡортостан” телерадиокомпанияһы генераль директоры Рөстәм Зарафутдинов был йәһәтәттән үҙ фекерен белдергән.
– Программа хеҙмәткәрҙәренең береһендә пневмонияға шик бар, шуға күрә инфекцияны таратмау маҡсатында беҙ ваҡытлыса, бер аҙнаға “Сәләм”дең ижади составын изоляцияға ебәрергә ҡарар иттек. Бер нисә көн эфирҙа тапшырыуҙың иң яҡшы сығарылыштарын ҡабатлап күрһәтәсәкбеҙ. Бөтә хеҙмәткәрҙәр ҙә медицина тикшереүе үтеп, уларҙың һәм башҡа коллегаларҙың хәүефһеҙлектә икәнлегендә инанғас, программаны төшөрөү тергеҙеләсәк, – тигән ул.
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән алынды.