Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Октябрь 2020, 13:05

Ике аҙна урамда йоҡлап йөрөгән...

“Ярҙам итегеҙ! Иглин станцияһында бына ике аҙна бер әбей йәшәй, эскәмйәлә йоҡлап йөрөй.

“Ярҙам итегеҙ! Иглин станцияһында бына ике аҙна бер әбей йәшәй, эскәмйәлә йоҡлап йөрөй. Тышта һыуыҡ, әбей өшөй. "Ашығыс ярҙам"ды саҡырғайныҡ, килеп укол яһанылар ҙа киттеләр. Дарыуға түгел, ашарына ла аҡсаһы юҡ. Ҡайҙа беҙҙең социаль хеҙмәттәр? Бер кем дә ярҙам итергә теләмәй!” - тип яҙа кешеләр социаль селтәрҙә.
Ысынлап та, 72 йәшлек әбей ике аҙна буйына туҡталышта йәшәгән. “Минең ҡәҙерле ҡарттарым” отряды ирекмәндәре хәбәр итеүенсә, уны Вера Михайловна тип йөрөтәләр. Әбейҙең ике улы ла вафат булған. Килене уны һыйҙырмаған. Бынан ике йыл элек йорто янған. Ошоға тиклем оло йәштәге бер ҡатынды тәрбиәләгән, уныһы вафат булғас, туғандары әбейҙе урамға ҡыуып сығарған.
Әле ирекмәндәр әбейҙе ҡуртымға алған фатирға урынлаштырған. Уны интернатҡа ебәреү өсөн документтар әҙерләйҙәр. Ниһайәт, Вера Михайловна кешесә шарттарҙа йәшәр, тип өмөтләнәбеҙ.
Фото: KP.ru
Автор: Дина Арсланова ("Башҡортостан" гәзитенән) https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/Ike-a-na-uramda-yo-lap-y-r-g-n-480042/
Читайте нас: