Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Октябрь 2020, 16:25

Ҡабаҡ

Был йәшелсә тәмле генә түгел, бик күп файҙалы матдәләргә бай ул. Ул йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары, гипернония, бөйөр, бауыр, бәүел ҡыуығы ауырыуҙары, матдәләр алмашыныуы боҙолғанда уңышлы ҡулланыла. Был саҡта ҡабаҡты тары, дөгө, манный бутҡаларына ҡушып ашарға кәңәш ителә.

Аҙ ҡанлылыҡ булғанда, колиттан яфаланғанда ла рационда был йәшелсәне арттырырға кәрәк. Һары һыу ауырыуы, йөрәк ауыртып, шешенгәндә лә ҡабаҡ ашау файҙалы.
Цинк тоҙҙары иһә ир-егеттәр өсөн айырыуса файҙалы, ирлек дәртенә ыңғай йоғонто яһай. Ҡабаҡ организмдан холестирынды сығара.
Майҙар, аҡһым, витаминдар һәм минераль тоҙҙарға бай булған тосо ла бик файҙалы. Борон-борондан уларҙы бабасыр төшөрә торған сара булараҡ беләләр.
Күңел болғанғанда ауырлы ҡатындарға һәм диңгеҙ ауырыуы менән йонсоусыларға ҡабаҡтың яңы һығылған һутын эсергә кәңәш ителә. Шулай уҡ төнгөлөккә ҡабул ителгән бер нисә ҡалаҡ һут нервы системаһын тынысландыра., тәмле йоҡоға булышлыҡ итә.
Ҡырғыстан үткәрелгән ҡабаҡты тиренең шешкән, елһенгән еренә ҡуялар, шулай уҡ бешкән йә туңған осраҡта, экзема ваҡытында файҙаланалар.
Ҡабаҡты ҡулалныу бер кемгә лә зарар килтермәй, уны ашҡаҙан һәм эсәк ауырыуҙары мәлендә лә ашау тыйылмай. Йәш балаларҙы туҡландырыу өсөн иҙмә йә бутҡа бешереү уңайлы. Аҙ колориялы аҙыҡ булараҡ, диета тотоусылар өсөн дә ул тик файҙаға ғына.
Читайте нас