Иртәгә, 2 октябрҙә, 10.35 - 10.50 сәғәттәрҙә граждандар оборонаһының хәбәр итеү системаһы әҙерлеген планлы тикшереү уҙғарыла. Сара бөтә Рәсәй буйынса үтә. Был ваҡытта телевизорҙан ғәҙәттәге тапшырыуҙар урынына хәбәр итеү системаһының әҙерлеген тикшереү тураһында мәғлүмәт менән заставка күрһәтәсәктәр.
Бындай заставканы "Беренсе канал", «Россия 1», «Матч», НТВ, «Петербург 5 канал», «Россия Культура», «Россия 24», «Карусель», «ОТР» һәм «ТВ Центр» ингән беренсе һанлы мультиплекстың бөтә каналдарын ҡараусылар күрә аласаҡ.
Бер юлы ҡыҫҡа ваҡытта электр сиреналары, тауыш көсәйткестәр тоҡандырыласаҡ.