“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм “Һаулыҡ һаҡлауҙың берҙәм мәғлүмәт системалары нигеҙендә һаулыҡ һаҡлауҙа берҙәм контур булдырыу” төбәк проектын бойомға ашырыу сиктәрендә Салауат ҡала дауаханаһына ноутбуктар һәм мәғлүмәти терминалдар ҡайтарылды.
Мәғлүмәти терминалдар (биш дана) поликлиникаларға, атап әйткәндә, 1-се һәм 2-се поликлиникаларға, балалар һәм өлкәндәр стоматологияһына, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына таратыласаҡ. Бындай ҡорамалдар бик уңайлы: ҡала халҡы табипҡа үҙ аллы яҙыла ала, шулай уҡ табиптарҙың ҡайһы ваҡытта ҡабул итеүен һәм поликлиникаларҙың эш режимын белергә лә мөмкин.
Алынған өс ноутбук күсмә һанала. Улар ҙа поликлиникаларға ебәрелә.
Августа ошо уҡ программа сиктәрендә 28 принтер һәм 9 һөнәри дисплей ҡайтарылған. Ҡорамалдарҙың ошондай ҙур күләмдә алыныуы - тәүгә. Ҡала дауаханаһының киләсәктә лә заманса яңы йыһаздар менән тулыланыуы күҙаллана.
#Миллипроекттар