газета "Салауат"
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Октябрь 2020, 18:49

"Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк' акцияһы халыҡ сәләмәтлеген ҡайғырта

Сара башланғандан алып (24 августан) 15222 кеше тикшерелгән, 409 социаль әһәмиәтле ауырыуҙар асыҡланған.

Сара башланғандан алып (24 августан) 15222 кеше тикшерелгән, 409 социаль әһәмиәтле ауырыуҙар асыҡланған.
Өфө маршруты Саҡмағош, Архангел, Ҡырмыҫҡалы, Өфө, Иглин, Нуриман райондары буйлап үткән. Әле улар Благовещен районында.
Өфө маршруты буйынса 28 сентябрҙән 2 октябргә тиклем Благовещен районында биш автомашина эшләй, улар иҫәбендә бер күсмә Сәләмәтлек үҙәге, Благовещен үҙәк район дауаханаһының күсмә флюорографы, Өфө ҡалаһының 21-се клиник дауаханаһының күсмә маммографы һәм "Ҡатын-ҡыҙ һаулығы" күсмә комплексы, Благовещен үҙәк район дауаханаһының күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты. 25 табип-белгес тарафынан 2755 кеше ҡабул ителгән, 1497 тикшереү уҙғарылған: 185-енә маммография, 1312-һенә флюорография үткәргән. Уҙған аҙнала ғына 128 кеше ҡаралған, 100-ө флюорография үткән.
Дыуан маршруты 28 сентябрҙән 9 октябргә тиклем Салауат, Ҡыйғы, Балаҡатай райондары буйлап үтә. Әлеге ваҡытта улар Мәсетле районында. 25 табип-белгес тарафынан 2078 кеше ҡабул ителгән. 1106 тикшереү уҙғарылған: 320-һенә маммография, 786-һына флюорография. Уҙған аҙнала ғына 403 кеше ҡаралған, 281 тикшереү уҙғарылған, шул иҫәптән 63 кешегә маммография, 218 кешегә флюорография үткәрелгән.
Нефтекама маршруты Бөрө, Мишкә, Ҡариҙел, Асҡын, Балтас, Тәтешле райондарында булды. Әлеге ваҡытта улар Яңауыл районында.
Нефтекама маршруты буйынса Яңауыл районында 29 сентябрҙән 5 октябргә тиклем алты автомашина эшләй, улар иҫәбендә ике күсмә Сәләмәтлек үҙәге, Нефтекама ҡала дауаханаһының күсмә флюорографы, маммографы, Яңауыл үҙәк район дауаханаһының күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты. 18 табип-белгес тарафынан 2116 кеше ҡабул ителгән, 1500 тикшереү уҙғарылған: 780-енә флюорография, 720-һенә маммография үткәргән. Уҙған аҙнала ғына 375 кеше ҡаралған, 240 тикшереү уҙғарылған, шул иҫәптән 90-нына маммография, 150-һенә флюорография үткәрелгән.
Октябрьский маршруты Бүздәк, Шаран, Баҡалы, Туймазы, Бәләбәй райондарында булды. Әлеге ваҡытта улар Йәрмәкәй районында.
Октябрьский маршруты буйынса Йәрмәкәй райоында 28 сентябрҙән 2 октябргә тиклем дүрт автомашина эшләй, улар иҫәбендә бер күсмә Сәләмәтлек үҙәге, Октябрьский ҡалаһының 1-се ҡала дауаханаһының күсмә маммографы, маммографы, Бәләбәй үҙәк район дауаханаһының флюорографы, Йәрмәкәй үҙәк район дауаханаһының күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты. 20 табип-белгес тарафынан 2059 кеше ҡабул ителгән, 1744 тикшереү уҙғарылған: 508-енә маммография, 1236-һына флюорография үткәргән. Уҙған аҙнала ғына 827 кеше ҡаралған, 261 тикшереү уҙғарылған, шул иҫәптән 125-енә маммография, 136-һына флюорография үткәрелгән.
Стәрлетамаҡ маршруты Ауырғазы, Ғафури, Ишембай, Мәләүез, Стәрлетамаҡ райондарында булды. Әлеге ваҡытта улар Стәрлебаш районында.
Стәрлетамаҡ маршруты буйынса Стәрлебаш районында биш автомашина эшләй, улар иҫәбендә ике күсмә Сәләмәтлек үҙәге, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се клиник дауаханаһының күсмә флюорографы, Күмертау ҡала дауаханаһының күсмә маммографы, Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһының күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты. 25 табип-белгес тарафынан 2867 кеше ҡабул ителгән, 1694 тикшереү уҙғарылған: 1217-һенә флюорография, 477-һенә маммография үткәргән. Уҙған аҙнала ғына 490 кеше ҡаралған, 446-һына флюорография үткәрелгән. Маммография үткәрелмәгән.
Белорет маршруты Белорет, Учалы, Әбйәлил, Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла райондарында булды. Әлеге ваҡытта улар Әбйәлил районында.
Белорет маршруты буйынса Әбйәлил районында алты автомашина эшләй, улар иҫәбендә ике күсмә Сәләмәтлек үҙәге, Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының күсмә флюорографы, республика кардиология үҙәгенең кардиомодуле, Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының күсмә маммографы, Асҡар үҙәк район дауаханаһының фельдшер-акушерлыҡ пункты. 21 табип-белгес тарафынан 3347 кеше ҡабул ителгән, 1979 тикшереү уҙғарылған: 1370-енә флюорография, 609-ына маммография үткәргән. Уҙған аҙнала ғына 246 кеше ҡаралған, 88 тикшереү уҙғарылған, шул иҫәптән 10-нына маммография, 78-енә флюорография үткәрелгән.
"Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы диагностикаһы" күсмә модуле әлеге ваҡытта Нефтекама маршруты буйынса Яңауыл районында эшләй.
24 августан барлығы 1208 кеше тикшерелгән, бер аҙнала 232 пациент ҡабул ителгән. 813 сир асыҡланған. 188 кешегә ЭКГ үткәрелгән. Юғары медицина ярҙамын алыуға 11 кеше ебәрелгән.204 кеше Ҡыуатов исемендәге клиник дауаханаға ентекле тикшерелеү өсөн ебәрелгән.
Республика кардиология үҙәгенең кардиология модуле Белорет маршруты буйынса Әбйәлил районында эшләй. 24 августан барлығы 1021 кешегә тикшереү уҙғарылған, бер аҙнала 162 пациент ҡабул ителгән. Коронаграфияға 60 кеше ебәрелгән. 324 кешенең ҡан тамырҙарына ультратауышлы деплекслы сканерлау уҙғарылған, 215 кеше ЭХОКГ үткән, 1021-е - ЭКГ.
Республика стоматология поликлиникаһының күсмә стоматология модуле Йылайыр, Хәйбулла, Баймаҡ райондарында эшләгән. Барлығы 301 кеше ҡабул ителгән. Дауаланған тештәр - 315, һурып алынған тештәр - 114.
Фото: bv02.rbsmi.ru
Читайте нас: